1. Главная
  2. Новости
  3. 14 декабрь – Башҡорт теле көнө!

14 декабрь – Башҡорт теле көнө!

14 декабрь – Башҡорт теле көнө.

Иң матур, иң яғымлы телдәрҙең береһе булған туған телебеҙ көнө менән ҡотлайбыҙ!
Башҡорт теле — ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, бай тарихын, ғөрөф — ғәҙәттәрен һәм йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем килтереп еткергән. Шулай уҡ 14 декабрь – башҡорт халҡының атаҡлы мәғрифәтсе — шағиры М.Аҡмулланың тыуған көнө!
Ошо байрам айҡанлы беҙҙең мәктәбебеҙҙә төрлө саралар үтте.
5 -се класс уҡыусылары үҙҙәренең белемдәрен «Ҡыҙыҡлы башҡорт теле» этно-квиз уйынында һынаһалар, өлкән кластар викторинала ҡатнашты. Күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе М. Аҡмулланың тормош юлы һәм ижады менән таныштылар.
Башланғыс класс уҡыусылары, башҡорт теле көнөнә арналған дәрес- уйындарҙа ҙур теләк менән әүҙемлек күрһәттеләр.
Байрам Башҡортостандың билдәле шағирҙарының шиғырҙары шәлкеменән торған флешмоб менән тамамланды.

Решаем вместе
Есть предложения по организации учебного процесса или знаете, как сделать школу лучше?

Меню
Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять